Иң күңелле миҙгел – йәйге каникулдар башланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс ай буйына рәхәтләнеп ял итәсәк, һыу инәсәк.
Ә бына ауылда бигерәк тә рәхәт инде! Каникул етеү менән шунда әсәй-атай, олатай-өләсәй янында туйғансы ял итәһең. Каникулдың да Балаларҙы яҡлау көнө менән башланып китеүе, балалар өсөн икеләтә ҡыуаныс.
Балаларҙы яҡлау көнөндә Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре,библиотека менән бергә, балалар өсөн ҙур байрам ойошторҙо.
Балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте: бейене, йырланы, шиғыр һөйләне, кем уҙарҙан викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Ә шулай ҙа “Салауат тоҡомдары” һәм “Боғанаҡ” командаларына бүленеп, сыбыҡ “ат”ҡа атланып, ҙур итектәр кейеп, ауыҙға йомортҡалы ҡалаҡтар ҡабып, тоҡ кейеп йүгереү, ваҡытҡа шарҙар өрөү кеүек төрлө-төрлө уйындар иң күңеллеһе булғандыр. Апай-ағайҙары әҙерләгән бүләктәрҙе күҙҙәрен бәйләп киҫеп алыуы ла иң ҡыуаныслы мәлдәрҙең береһе ине.
Уйындар уйнағандан һуң, балалар Әҡсән апалары алып биргән туңдырма менән һыйланды, тәмле сәй эсте һәм ял итте.


0 комментариев