Бөтә Донъя Шиғриәт Көнө


21 март Бөтә Донъя Шиғриәт Көнө
21 март – Матурлыҡҡа, Мөхәббәткә табыныу көнө. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла шиғыр яҙып ҡарамаған кеше һирәктер ул! Бала ла бит хатта атлап китерҙән алда – бейей, һөйләшеүҙән алда – йырлай. Сөнки кеше тыумыштан уҡ һоҡлана белә. Тәүге шиғыр ҙа илаһи кисерештәрҙән туҡылалыр кеүек. Тормошҡа ҡараш үҙгәргән һайын был кисереш тә ғазап, һыҙланыу, нәфрәт менән алмашына бара… Шулай ҙа Шиғриәт – күңелдәге иң изге тойғоларҙы асыусы, тормошта тоғролоҡ, ғәҙеллек кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаусы ғәжәйеп донъя бит ул.
1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә.
Шиғриәт илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә.
Байрам менән һеҙҙе, дуҫтар!
В рамках Всемирного дня поэзии в библиотеке оформлен открытый просмотр «На волне поэзии», которая позволят вновь прикоснуться к чарующим силам поэтического дара поэтов всех времен. На открытом просмотре представлены книги и журналы. Выставленные книги стихов окунут вас в прекрасный мир поэзии и лирики. Приглашаем вас посетить открытый просмотр.

0 комментариев