Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

«кәкүк сәйе»фольклор байрамы.

Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – «Кәкүк сәйе» үткәрелгән. Кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан.
Күптән түгел Ҡоҙғон үҙәгендә лә «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрҙек. Ул балаларҙың күңелле сығышынан башланды. Ололар геү килеп самауыр ҡайнатып, сәйгә тәмлекәстәр әҙерләгәнсе, балаларға «Кәкүк сәйе» йолаһының тарихы хаҡында һөйләнелде, йомаҡтар ҡойолдо, кәкүк тураһында йырҙар тыңланылды.
Байрамға килеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар, апайҙар һәм инәйҙәр төрлө милли уйындарҙы яратып уйнаны.
Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан уҙғарылған был йола-байрам илдәр именлеген, иген ишелеп уңыуын, йәйҙәр матур булыуын теләп, тәмле ризыҡтар менән һыйланып, самауыр сәйен эсеү менән тамамланды.

0 комментариев

Пока нет комментариев

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *