Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Школа и учителя

Коҙғон-Әхмәр мәктәбе һәм ауылы тураһында .
Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәре, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ.
Мәктәп 1920 йылда асылған.Мәктәп бинаһында мәсет булған,1920 йылда мәсеттең манараһын алып ташлап мәктәп иткәндәр. Дәһшәтле һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла Әхмәр урта мәктәбе белем һәм тәрбиә усағы булып ҡалды. Һуғыштан алда һуғыш осоронда, тәүге уҡытыусы Алсынбай исемле кеше булған (сығышы менән Шығай ауылынан).
1950-1955 йылдарҙа Аҙнағол ауылы кешеһе Юнысов Аҙнабай һәм Карайылғанан йөрөп Максютова Хакима апай уҡытҡан.1955 йылда Учалы районы Ғәли –Әхмәр ауылынан Лидия исемле уҡытыусы килә.1956 йылда Шакиров Мөсагит уҡыта башлай.Улар бергәләп 1965 йылға тиклем эшләп, өйләнешеп Учалы ҡалаһына кусеп китәләр.1965 йылдың 1 сентяберенә 11 синыфты ғына тамамлап, Ҡаҙыш ауылынан Әғзәмова Йәмиля Ғилмитдин ҡыҙы килеп эш башлай. Педагогия училищеһын заочно уҡып белем алып ,Әхмәр мәктәбендә 43 йыл- 2008 йылға тиклем эшләп ,хаҡлы ялға сыға.