Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Ватанды һаҡлаусылар көнө!

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ир-егеттәр араһында күпбәйге үтте. Ҡышҡы спорт сараһы Рәсәйҙә – Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы уңайынан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә арналды.
Командалар суҡмар ырғытыу, арҡан тартыу, уҡ менән атыу, тартыш кеүек спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынаны. Ә шулай ҙа саңғы-санала уҙышыу, турникта тартылыу, өс спортсының бер саңғыға баҫып йүгереүе, бесән түген тәгәрәтеп алып барыу, командаларҙың бүрәнәне ҡармап ерҙән тартылыуы, һуңынан ҡул бысҡыһы менән бысып, уны балта менән ярып, утындарҙан Z хәрефен һалыу кеүек ярыштарҙы үҙ эсенә алған финал эстафетаһы иң көсөргәнешлеһе булғандыр. Өс команда ла бирешергә теләмәне. Шулай ҙа, ҡоҙғон-әхмәрҙәр дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беренсе урынға сыҡты. Боғанаҡ командаһы – икенсе, аҙнанылар өсөнсө булды. Еңеүселәр Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин һәм “Торатау” конгрес-холл директоры урынбаҫары, йәмәғәт эшмәкәре Ранис Алтынбаев та үҙ бүләктәрен әҙерләгән ине. Номинацияларҙа еңгән спортсыларға матур бүләктәр тапшырылды.
Ҡышҡы спорт сараһы тәмле һалдат бутҡаһы ашау, сәй эсеү, ауылдың уңған апайҙары әҙерләгән йыуасанан ауыҙ итеү менән тамамланды.

8

Оценили 8 человек

0 комментариев

Пока нет комментариев

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *